Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Сентябрь 2019, 23:46

Ниңә саҡырҙым икән был йүнһеҙҙе?

Өлкән кеше күптәнге хыялын тормошҡа ашырыу өсөн өйөнә компьютер буйынса оҫтаны саҡыра. Егет оҙаҡ көттөрмәй килеп тә етә.

Фото: Stroitnadzor.ru
Фото: Stroitnadzor.ru
“Ниңә саҡырҙым икән был йүнһеҙҙе” тигән көнгә төштө пенсионер был күңелһеҙ ваҡиғанан һуң.
Өлкән кеше күптәнге хыялын тормошҡа ашырыу өсөн өйөнә компьютер буйынса оҫтаны саҡыра. Егет оҙаҡ көттөрмәй килеп тә етә.
Компьютерҙы ҡарағандан һуң шылтыратыу өсөн фатир хужаһының телефонын һорап тора. Аҙаҡ йәһәт кенә хушлашып китә һала. Пенсионер телефонында сим-картаның юҡҡа сыҡҡанын күреп аптырашта ҡала, ә банк картаһындағы 65 мең һум аҡсанан елдәр иҫкәнен белгәс, полицияға хәбәр итә.
Полицейскийҙар ҙа йылғыр булып сыға, тиҙ арала мут егетте тоталар. Урлашыу схемаһы ябай, әммә бик тәьҫирле, өлкәндәрҙе ҡармаҡҡа эләктереү бер ни тормай. Компьютерҙан ҡиммәтле гаджетҡа заказ бирә, пенсионерҙың телефоны аша аҡса түләй, аҙаҡ яңы телефонды һата һала.
Йылғыр егеткә ҡарата енәйәт эше асылған, уны алты йылға тиклем иркенән мәхрүм итеүҙәре ихтимал.
Читайте нас