Йәмғиәт
27 Сентябрь 2019, 19:05

Һуңғы тапҡыр "Кремль" туҡталышында күргәйнеләр...

Өфө ҡалаһында йәшәүсе 14 йәшлек Эвелина Саҙрыеваның юғалғаны тураһында хәбәр иткәйнек.

Фото: ok.ruФото: ok.ru
Фото: ok.ru
Өфө ҡалаһында йәшәүсе 14 йәшлек Эвелина Саҙрыеваның юғалғаны тураһында хәбәр иткәйнек инде.


Ирекмәндәрҙең рәсми рәүештә белдереүҙәренсә, әллә күпме ығы-зығы тыуҙырған ҡыҙ табылған. Кисә ул әхирәте менән урамда йөрөгәндә юғалған. Һуңғы тапҡыр уны Черниковкала «Кремль» туҡталышында күргәндәр.


Эҙәрмәндәр Эвелинаны табыуҙа ярҙам иткән, битараф булмаған һәр кемгә ҙур рәхмәт белдерә. Ҡыҙҙың ҡайҙа, нисек юғалыуы тураһында мәғлүмәт юҡ.


Һуңғы ваҡытта балаларҙың ата-әсәһен иҫкәртмәй өйҙән китеп, шау-шыу тыуҙырыуы йышайҙы. Өлкәндәр иғтибарлыраҡ булһын ине.
Читайте нас