Йәмғиәт
28 Сентября 2019, 11:13

Йәнлектәр ҡотора...

Йыл һайын был сирҙән меңләгән кеше һәләк була. Улар араһынан һәр ун кешенең дүртәүһе – 15 йәшкә тиклемге балалар.

Фото: DepositphotosФото: Depositphotos
Фото: Depositphotos
Быйыл һигеҙ айҙа республикала йәнлектәрҙең ҡотороу сире менән ауырыуының 18 осрағы теркәлгән.
Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, йыл һайын был сирҙән меңләгән кеше һәләк була. Улар араһынан һәр ун кешенең дүртәүһе – 15 йәшкә тиклемге балалар. Был сирҙән яҡты донъя менән хушлашыу осраҡтары бигерәк тә Азия, Африка илдәрендә күберәк осрай.
Ә Башҡортостанда быйыл йыл башынан 27 кешенең ошо сирҙе эләктереүе асыҡланған. Бындай осраҡтар Әбйәлил, Баймаҡ, Бәләбәй, Бөрө, Иглин, Благовар, Ишембай, Мәләүез, Туймазы райондарында һәм Октябрьский, Салауат, Стәрлетамаҡ, Нефтекама ҡалаларында йышыраҡ булған. Шуға һаҡ булығыҙ тип өндәшәбеҙ.
Читайте нас