Республикабыҙҙа бер ҡала халҡы магазинда осһоҙлатылған тауар алам тип талашҡан.
Күҙенә аҡ-ҡара күренмәгән төркөмдө тынысландырыу өсөн һатыусылар: «Берәрҙе генә бирәм. Бер кеше алды, китте. Шунан икенсеһенә. Этешеп-төртөшһәгеҙ, хаҡты кире күтәрәбеҙ», – тип бойорорға мәжбүр булған.
Ә был ваҡытта осһоҙға тауар эләктерергә теләп, ҡала халҡы үҙ-ара ғауғалашҡан, хатта бер-береһенең башына сумка менән эләктерешкәндәр ҙә булған. Хатта ҡулында бәләкәй балаһы булған әсәйҙәр уртаға уҡ инеп китеп, тауар эләктереп өлгөргән.
Баҡтиһәң, был кибеттә пластик биҙрәләрҙе – 19, үлсәүҙәрҙе – 99, блендерҙарҙы 199 һумға ғына һатҡандар икән. Беҙҙең халыҡ, осһоҙ тиһәләр, тауарҙы кәрәкһә лә, кәрәкмәһә лә ала шул...