Йәмғиәт
29 Сентября 2019, 15:46

“Бара-бара ҡолап бара!”

Бер тол ҡатын һарайының ҡыйығын яңыртмаҡсы булған. Эшкә өс ирҙе яллаған.

Фото: mirstrojka.ruФото: mirstrojka.ru
Фото: mirstrojka.ru
Бер тол ҡатын һарайының ҡыйығын яңыртмаҡсы булған. Эшкә өс ирҙе яллаған.


Ирҙәр иҫке ҡыйыҡты һүтеп, яңы атлама (стропила) урынлаштыра башлаған. Икәүһе өҫтә ҡуйып, берәүһе аҫта тигеҙлеген ҡарап, өйрәтеп тора, ти.


– Барамы? – тип һорай икән өҫтәгеләр.


– Бара, бара! – тип яуаплай төҙләүсе.


Шулайтып, “бара, бара” тип атламаларҙы ҡуйып бөткәндәр. Ул арала ҡатын эшселәрен төшкө ашҡа саҡырған. Инде өҫтәл артына ултырып, ашай башланыҡ тигәндә, былар эшләгән мәлдә ихатала саң борҡотоп уйнап йөрөгән биш йәштәрҙәге малай йүгереп килеп инә лә:


– Унда, ней, теге һеҙҙең “бара-бара”ларығыҙ ҡолап бара! – тип һөрәнләп ебәрә.
Читайте нас