Йәмғиәт
29 Сентябрь 2019, 06:24

Иман йортон талағандар

Ғибрәт өсөн беҙ был ваҡиғалар тураһында фекер йөрөтөргә тейешбеҙҙер.

Дөрөҫөн әйткәндә, ошондай хәбәрҙәр хаҡында бөтөнләй яҙғы килмәй, сөнки унан беҙҙең кәйефебеҙ күтәрелеп, иманыбыҙ артып китмәй.


Әммә ғибрәт өсөн беҙ был ваҡиғалар тураһында фекер йөрөтөргә тейешбеҙҙер.


28 сентябрҙә Ҡырмыҫҡалы районының Ҡарлыман ауылында урынлашҡан "Салауат" мәсетенән 45 мең һум аҡса юғалыуы тураһында иман йортоноң муллаһы хоҡуҡ һаҡлау органдарына хәбәр иткән.


Уғрылар төнөн мәсет тәҙрәһен ватып, халыҡтан, мәсеткә килгән кешеләрҙән йыйған аҡсаны ҡулына төшөргән. Уйланырлыҡ урын бар!..
Читайте нас