Ысынлап та, совет дәүерен әле булһа һағынып иҫкә алыусылар бихисап.
Тап шундайҙарҙың күңел һағышын баҫыу, үткәндәрҙе хәтерләү, бөгөнгө менән сағыштырыу, совет осорондағы аш-һыу, һыуһынды ҡандырыр лимонадтарҙы ауыҙ итергә теләүселәр өсөн Сибай ҡалаһының үҙәк баҙарында һәр йәкшәмбе “СССР” тип аталған буфет эшләй.
Бында барыһы ла СССР ваҡытында йәшәгәндәге кеүек, хатта һине бер яҡ ситтәрәк Ленин, Сталин кеүек ил башлыҡтарының һүрәттәре лә күҙәтә. Ә ризыҡтарҙың тәмлелеге телде йоторлоҡ, барыһы ла дәүләт стандарттарына ярашлы әҙерләнә.
Кемдәр Сибай баҙарына килә, “СССР” ға инеп ашап сығығыҙ!