Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Сентябрь 2019, 17:05

Тәмәке тартыусылар борсолғайны

Баҡтиһәң...

Фото: bryansk-news.net
Фото: bryansk-news.net
Теге аҙнала Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләренә үҙгәрештәр индереү тураһында хәбәр иткәс, тәмәкеселәр бер аҙ ҡайғырып, ҡайҙа һәм нисек тәмәке көйрәтербеҙ тип борсолғайны.
Атап әйткәндә, балкондарҙа ут яғыу, шешлек бешереү, тәмәке тартыу һәм башҡа шундай асыҡ ут менән эш итеү ғәмәлдәрен тыйыу тураһында һүҙ бара ине унда. Был яңылыҡ уңайынан (балконда тәмәке тартыуҙы тыйыу) Рәсәй Президентының матбуғат секретары Дмитрий Песков та үҙ фекерен еткерҙе.
Әйтергә кәрәк, Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының был башланғысы тәмәке тартыусыларҙа ризаһыҙлыҡ тыуҙырҙы. Хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен белгән кеше күрәләтә ут сығармай, күршеләргә лә зыян һалмаҫҡа тырыша, ти улар.
Баҡтиһәң, Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы балконда тәмәке тартыуға ҡаршы түгел икән. Шәмбе көн ведомствоның матбуғат хеҙмәте шундай асыҡлыҡ индереп белдереү яһаны. Һүҙ, хәүефһеҙлекте ҡайғыртып, халыҡты тәртипкә саҡырыу тураһында бара. Тартаһығыҙ икән (әммә, Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы киҫәтеүенсә, тәмәке сәләмәтлеккә зыян килтерә), һаҡ булығыҙ, ут-фәлән сығармағыҙ.
Әгәр һеҙҙең ғәйеп менән янғын тоҡанһа, 3-5 мең һум штраф һаласаҡтар, ғәйебегеҙҙе дәлилләһәләр, әлбиттә.
Читайте нас