Ҙурлығы буйынса Башҡортостандың икенсе ҡалаһы Стәрлетамаҡҡа, ниһәйәт, замандың ҡәҙимге күренешенә әүерелгән тиҙ туҡланыу шауҡымы килеп еткән: октябрҙә унда билдәле Америка ресторандары селтәре "Макдоналдс"тың туҡланыу нөктәһе асыласаҡ.
Ҡаланың ҙур сауҙа-күңел асыу үҙәктәренең береһендә урынлашасаҡ ресторанға әлегә хеҙмәткәрҙәр туплайҙар. Шуныһы ла мәғлүм: йәш, дәртле, эшсән кешеләргә сәғәтенә 119 һум аҡса түләйәсәктәр, имеш. Эште уҡыу менән бергә алып барырға мөмкин булғанға, тәжрибә талап ителмәгәнгә, бында хеҙмәт юлын башларға теләүселәр күп булыр тип өмөтләнәләр.
Унан тыш тиҙҙән Стәрлетамаҡта башҡа билдәле фастфуд селтәрҙәре ресторандары ла асыласаҡ, тип белдерәләр: ике KFC һәм ике "Бургер Кинг". Телгә алынған селтәрҙәрҙең береһенең дә рекламаға мохтажлығы юҡ, халыҡ, ундағы аҙыҡ һаулыҡ өсөн файҙалы булмаһа ла, был ресторандарға инеп тамаҡ ялғарға ҡаршы түгел.