Йәмғиәт
1 Октября 2019, 15:41

14 октябрҙән тулыһынса күсәбеҙ...

Әгәр яңылыҡты ҡабул итергә әҙер булмаһағыҙ, “ҡыҙыу линия” телефонына йәки ирекмәндәргә мөрәжәғәт итегеҙ.

Фото: saratov.gov.ruФото: saratov.gov.ru
Фото: saratov.gov.ru
2019 йылдың 14 октябрендә Башҡортостан тулыһынса телетапшырыуҙарҙы аналог алымында күрһәтеүҙән туҡтап, һанлы форматҡа күсә. Йәғни, барыһы ла алға киткән киткән илдәрҙәгесә буласаҡ.
Нимәһе менән өҫтөн был яңылыҡ? “Һанлы” картина һәр ваҡыт аныҡ,сағыу, уға һауа торошо тәьҫир итмәй. Тауыш та күпкә сифатлыраҡ, телетекст, тапшырыуҙар программаһы, һанлы радио һәм башҡа өҫтәмә сервистар етерлек. Һанлы күрһәтеү алымының иң төп өҫтөнлөгө – бөгөндән үк телевизорға антенна ҡуйып, тулыһынса бушлай 20 канал ҡарау һәм өс радиостанция тыңлау мөмкинлеге.
Һорауҙар менән тәүлек әйләнәһенә эшләгән бушлай федераль “ҡыҙыу линия” телефонына ла шылтыратырға мөмкин: 8-800-220-2002.
Һанлы телеприставкаға тоташыу буйынса күрһәтмәләр техник паспортта бирелә, шулай уҡ смотри-цифру.рф сайты аша ла танышырға мөмкин. Әгәр һеҙ телевизорығыҙҙы йәки приставкағыҙҙы үҙаллы көйләй алмаһағыҙ, ирекмәндәргә мөрәжәғәт итә алаһығыҙ. Бының өсөн 8.00 – 20.00 сәғәттәр арауығында 8 800 347 00 55 һандары буйынса төбәктә эшләгән “ҡыҙыу линия”ға шылтыратығыҙ (шылтыратыу бушлай).
Читайте нас