Өфөлә бер ни уйламай ғына аҡса алырға тип банкка йүгереп ингән ҡатын банкоматтар араһынан күренеп ятҡан аяҡтарҙы аңғарып ҡото алына.
Уны күреү менән йоҡлап ятҡан ир: “Ҡайҙа улар?” – ти кинәт кенә. “Кемдәр?” тиеүгә яуап бирмәй, кире йоҡлап китә теге.
Үҙе ыҫпай ғына кейенгән, асарбаҡ та түгел, ти ҡатын. Хәл артабан ни менән бөткәндер, билдәһеҙ. Ҡатын үҙен ҡурҡытҡан аяҡтарҙы фотоға төшөрөп социаль селтәрҙәргә һалған.
Эйе, йәмәғәт урындарында асарбаҡтар ғына ғәжәпләндермәй хәҙер, хәлле күренгәндәрҙең дә уйламаҫлыҡ ҡылыҡтарын күреп шаҡ ҡатаһың.