Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың ун дүртенсе ултырышында тикшереүгә тәҡдим ителгән айырыуса ҡыҙыҡһыныу тыуҙырған закон проекттары араһында "Башҡортостан Республикаһы Ғаилә кодексының 102-се статьяһына үҙгәреш индереү тураһында" БР Законы проектын атарға була.
Был закон проектына ярашлы, ярҙамға мохтаж, эшкә яраҡһыҙ бәлиғ булған кешеләрҙең, шулай уҡ пенсия йәшенә еткән ярҙамға мохтаж айырылған ирҙең йәки ҡатындың алиментҡа хоҡуғы яҡлана. Йәғни, ул 55 йәшкә еткән ҡатын-ҡыҙҙарға һәм 60 йәшкә еткән ирҙәргә ҡағыла. Үҙгәрештәр пенсия йәшен арттырыуға бәйле пенсия реформаһы, шул иҫәптән ғаилә ҡануниәте сиктәрендә индерелә.
– Закон яңыраҡ пенсия йәшен күтәреүгә бәйле ҡабул ителде. Ул пенсия йәшендәге граждандарҙың социаль мәнфәғәттәрен яҡлау маҡсатында күрелгән сара сиктәрендә әҙерләнде. Күптәр өсөн алимент йәшәү өсөн берҙән-бер сығанаҡ булып тора. Шуға ла ҡатын-ҡыҙҙарҙың – 55, ир-егеттерҙең 60 йәштән алиментҡа хоҡуғын ҡануниәт нигеҙендә яҡланыҡ, – тип белдерҙе парламент рәйесе Константин Толкачев.
Мәғлүм булыуынса, был законға ярашлы атай-әсәйҙәр үҙҙәренең эшкә яраҡһыҙ һәм ярҙамға мохтаж бәлиғ булған балаларын, шулай уҡ балалар ярҙамға мохтаж атай-әсәйен ҡарарға тейеш. Йәғни ярҙамға мохтаж, эшкә яраҡһыҙ кешеләр бәлиғ булған хәлдә лә алимент юллай ала. Шулай уҡ ниҡахты тартҡанға тиклем һәм унан һуң бер йыл дауамында инвалид булған ир йәки ҡатын үҙенең элекке хәләленән алимент алыуға хоҡуҡлы.