Фирҙәүес Кейекбирҙина хаҡында ауылдаштары тап шулай ти.
Була бит шундай ҡатындар: торған ерендә ут сәсрәтә, тигәндәй, Фирҙәүес Кейекбирҙинаны күргәс тә, тап ошо һүҙҙәр күңелгә килде. Һикһәнде үтһә лә, төҫ ташламаған, дәртле һәм ихлас инәй шунда уҡ барыбыҙҙың да иғтибарын үҙенә йәлеп итте. “Һә” тигәнсе уйынлы-ысынлы таҡмаҡтарын сығарып, көйләп әйтеп тә өлгөрҙө, тыпырҙатып бейеп тә алды.
Ҡул эштәрен дә бер урынға әҙерләгән: күҙ нурҙарын түгеп, бар күңелен һалып эшләгән әйберҙәренең һәр береһенән йылылыҡ һәм матурлыҡ урғыла. Төрлө төҫтәге ултырғыс, диван япмалары, йылы йөн ойоҡтар, бейәләйҙәр, селтәр-ҡашмауҙар – барыһын да Фирҙәүес Зәкәриә ҡыҙы үҙ ҡулдары менән бәйләгән.
Ә уйлап ҡараһаң, инәйҙең тормош юлы еңелдән булмаған. 1939 йылда Баймаҡ районының Ғәбсәләм ауылында тыуған. Хәҙер уның тыуған ере картала ла билдәләнмәй, хатта урыны ла юҡ, бөткән ауылдар исемлегендә генә иҫәпләнә. Юлыҡ ете йыллыҡ мәктәбен тамамлағас, Баймаҡҡа һигеҙенсе класҡа бара.
1950 йылда ата-әсәһе Йылым ауылына килеп төпләнә. Фирҙәүескә лә йәшләй генә хеҙмәт йөгөн тартырға тура килә: “Искра” артелендә ағас ҡырҡыусы була, таҡта ярыу цехында ла эшләй.
1959 йылда ошо ауыл егете Шәһимәрҙән Кейекбирҙин менән ғаилә ҡора. Йәштәрҙең тормошон йәмләп ҡыҙҙары Алһыу донъяға килә. Әммә йәш атайға ғаиләһен ҡалдырып, өс йыл буйы әрмелә йөрөргә тура килә. Бәләкәс ҡыҙы менән Фирҙәүес Зәкәриә ҡыҙы тормош иптәшен һағынып көтөп ала.
Артабан бер-бер артлы алты балалары донъяға килә, тормош матур дауам итә. Оҙаҡ йылдар Йылым мәктәбендә хеҙмәткәр булып эшләп, хаҡлы ялға сыға. Илле йылдан ашыу бәхетле ғүмер кисергән тормош иптәше вафат булып ҡалғас, инәй үҙенең күңел һағыштарын бәйләм бәйләп, матур йырҙар йырлап баҫа.
Йәш саҡтан сәхнә күрке булған Фирҙәүес Кейекбирҙина ҡатнашлығынан башҡа ауылда бер ниндәй мәҙәни сара ла үтмәй тиһәк тә, дөрөҫ булыр, минеңсә. Спектаклдәрҙә уйнаған образдарын күргән тамашасы һәр саҡ “ниңә генә әртис булмаған икән?” тип аптырай. Иҫ киткес талантлы, оло йөрәкле кеше ул. Быйылғы Театр йылында йылымдар “Алтылағы алтмышта” исемле спектаклде сәхнәләштереп, районда өсөнсө урын яулай. Һикһәнде уҙған Фирҙәүес Кейекбирҙина, ундағы 65 йәшлек Шәмсиә ролен ҙур оҫталыҡ менән башҡарып, баһалама ағзаларын да, тамашасыларҙы ла хайран итә.
– Йырламай-бейемәй тора алмайым, радионан берәй йыр ишетһәм дә, ҡушылып йырлап алам, бейеү көйҙәре уйнаһа, рәхәтләнеп бейейем, – ти инәй. – Тормоштоң ҡәҙерен белеп йәшәргә кәрәк, ҡыҙҙар. Ғүмер күҙ йомоп асҡансы үтә лә китә ул. Шул нәмә юҡ, күршелә шул бар, был ерем һыҙлай, ул ерем ауырта, тип мыжып-шыңшып ултырһаң, ысынлап та, ауыртмаған ерең дә ауырта башлай, һыҙламаған урының да һыҙларға тотона. Йәштән оптимистик ҡарашта булдым, әле лә шулаймын. Аллаға шөкөр, йорт-ҡурам бөтөн, балаларым иҫән-һау, барыһы ла гөрләтеп донъя көтә, ейән-ейәнсәрҙәрем “өләсәй” тип атлығып тора. Шунан нисек итеп тормошома зарланмаҡ кәрәк?! Барыһынан да ҡәнәғәтмен, ризамын, бәхетлемен, – ти ауыл ағинәйе.
Күңеленән изгелек, йөҙөнән нур, йортонан ҡот балҡыған Фирҙәүес Кейекбирҙинаның баҡсаһы ла шау сәскәләргә күмелеп, йәшелсәләре тәгәрәп, балан-миләштәре ҡыҙарып ултыра. Бына ҡайҙа ул йәштәргә өлгө алырлыҡ матур инәйҙәр, ауылдарға йәм, иман таратырлыҡ ағинәйҙәр, йәш быуынға аҡыл-кәңәш бирерлек өләсәйҙәр, яңы килен булып төшкән ҡыҙҙарға фәһем булырлыҡ ҡәйнәләр, илдең, милләттең ҡото булыр милләт әсәләре. Йәшәйештәре, булмыштары менән барыбыҙға һабаҡ булырҙай ябай ауыл ҡатындары төпкөл ауылдарҙа осрай. Уларҙың матур йәшәү рәүеше үҙе бер тарихҡа тиң, ғаилә институтының асылмаған бер бите, яҙылмаған китабы.