Был күңелһеҙ хәл былтыр Мәләүез районында декабрь айында булғайны.
Эшселәр бригадаһы оло юл буйлап ағастарҙы йығыу менән шөғөлләнә. Бер ағас тракторсы өҫтөнә төшөп, үлемесле йәрәхәтләй.
Тикшереү һөҙөмтәһендә баш инженерҙың эште әҙерлекһеҙ кадрҙарға ҡушыуы асыҡлана. Ғәйепләнеүсе бары наряд ҡына биргән. Инженер ғәйебен тулыһынса таныған, матди зыянды ҡаплаған.
Енәйәт эше штраф тәғәйенләү өсөн судҡа ебәрелгән.