Йәмғиәт
1 Октября 2019, 09:11

Ниңә Ҡытайҙа ете көн ял?

Ҡытайҙа йәшәгән Зөһрә ҡыҙым: “Бөгөн беҙҙә байрам, ул бер аҙна буйы дауам итә”, - тигәс, аптырап киттем.

Фото: Зөһрә Аҡъюлованың шәхси сәхифәһенән.Фото: Зөһрә Аҡъюлованың шәхси сәхифәһенән.
Фото: Зөһрә Аҡъюлованың шәхси сәхифәһенән.


Ҡытайҙа йәшәгән Зөһрә ҡыҙым: “Бөгөн беҙҙә байрам, ул бер аҙна буйы дауам итә”, - тигәс, аптырап киттем.
Ҡытайҙарҙың был оҙайлы байрамы 1 октябрь – Халыҡ-ара өлкән йәштәгеләр көнө менән бәйлеме икән әллә, тигән уй йәшен тиҙлегендәй башымдан үтте.

Баҡтиһәң, мәсьәләнең сиселеше бүтәнсәрәк икән. Ҡытай Халыҡ Республикаһы көнө – был илдә төп байрамдарҙан һанала һәм ул нәҡ октябрь башына тура килә. Тарих һөйләүенсә, тап 1949 йылдың 1 октябрендә Пекин ҡалаһының Тяньаньмэнь майҙанындағы митингта Ҡытай Халыҡ Республикаһы ойошторолоуы тураһында рәсми иғлан ителә.
– Бүтән дәүләт учреждениеларында эшләгән хеҙмәткәрҙәр шикелле педагогтар өсөн дә “алтын аҙна” башланды, – тип һөйләй инглиз теле уҡытыусыһы Зөһрә Аҡъюлова. – Бында оҙаҡҡа һуҙылған өс байрамды – ай календары буйынса Яңы йылды, 1 майҙы һәм Ҡытай Халыҡ Республикаһы ойошторолған көндө ҡытайҙар шулай атай. Башҡа ваҡыттағы һымаҡ әле лә йәнлелелек күҙәтелә, ҡала байрамса биҙәлгән, кешеләр паркка күпләп сыға, һәр кемдең күңеле күтәренке, кискеһен фейерверк тауышынан һәм балҡыуынан эргә-тирә шаулап тора.
Хәйер, 11 октябрь – Республика көнөнә лә күп ҡалманы, башҡортостандар унда өс көн ял итәсәк. Ҡыҙыҡ, Ҡытай ҙа, Башҡортостан да төп байрамдарын бер үк ваҡытта уҙғара.

Читайте нас