Бөгөнгө матур байрамды баш ҡалалағы 76 йәшлек ҡатын япа-яңғыҙы ҡаршылай. Уның балалары юҡ, ире күптән яҡты донъя менән хушлашҡан...
Оло йәштәге кешенең күҙҙәре насар күрә, саҡ-саҡ атлап йөрөй. Ул медицина ярҙамына һәм ҡарауға мохтаж. Уның фатир ишеге һәр ваҡыт асыҡ. Ошоно файҙаланып, унда ят кешеләр инә, үҫмерҙәр ҙә оло кешенән көлөү өсөн күп һорамай. Улар фатирҙа хатта петарда аттыра икән.
Бысраҡ фатирҙа йәшәгән оло ҡатынға күршеһе Рая Мозафарова икмәк һәм башҡа аҙыҡ-түлек һатып ала. Ғөмүмән, үҙе оло булһа ла, ҡатынды ашатырға, ҡарарға тырыша. “Нисек кенә уға ярҙам итергә? Аптырайым”, – ти ул.
Эх, ниңә бер тапҡыр ғына бирелгән ғүмер һынауҙарһыҙ үтмәй икән ул... Ҡартлыҡ һынаумы әллә?