Йәмғиәт
1 Октябрь 2019, 17:52

"Олатай, ас!.."

Бер көн ҡыҙы эшкә киткәс, өс һәм ете йәшлек малайҙар эргәһенә ҡыҙмаса булып алған олаталары килеп инә.

Фото: golos.uaФото: golos.ua
Фото: golos.ua
Стәрлетамаҡта оло ғына кешенең ҡатынына, ҡыҙына, уның ике бәләкәй улына йыш ҡына ҡул күтәргәне өсөн ике йылға тиклем иркенән мәхрүм ителеүе ихтимал.
Бер көн ҡыҙы эшкә киткәндә, өс һәм ете йәшлек малайҙар эргәһенә ҡыҙмаса булып алған олаталары килеп инә. Иҫерткес эсемлектән аҡылын юйған оло кеше балаларҙы балконға бикләп ҡуя. Малайҙар оҙаҡ ҡына туҡылдата торғас, асып индереүен-индерә, әммә үҙе һаман йоҙроҡтарын һелккеләп, уларҙы ҡурҡыта. Балаларҙың ҡысҡырышҡанын ишеткән ҡатын полиция саҡырта...
Эскесе булған ерҙә бындай ҡырағайлыҡтың күҙәтелеүе берәүгә лә яңылыҡ түгел хәҙер. Оло кешенең ейәндәрен тәрбиәләшеп, ҡыҙына ярҙам итеп ултырыр урынға, киреһенсә, үҙ ҡәҙерен ебәреп, уларҙы ҡурҡытып йөрөүе – бик йәмһеҙ күренеш. Ҡаты бәғерле балалар ҡайҙан килеп сыға һуң тип аптырайбыҙ, эт көсөктәрен вәхшиҙәрсә үлтереүҙәре тураһында уҡығас. Бәлки, үҙҙәренә ҡарата ошондай яуыз һәм ихтирамһыҙ мөнәсәбәттән икәнен әлеге кеүек иҫерек олатайҙарға нисек аңлатаһың инде...
Читайте нас