Дыуан районы прокуратураһы "Дыуан урман хужалығы" дәүләт автономлы учреждениеһының эшселәре алдында хеҙмәт хаҡы буйынса 1,1 миллион һум бурысы булыуын асыҡлай.
Мәғлүм булыуынса, учреждениеның 31 эшсеһенә май айынан алып эш хаҡы түләнмәгән.
Тикшереү һөҙөмтәһе буйынса район прокуратураһы предприятие етәксеһенә хеҙмәт ҡануниәтен боҙоу осрағын төҙәтеүҙе талап итеп, күрһәтмә сығарған. Шулай уҡ ойошмаға ҡарата Рәсәйҙең Административ тәртип боҙоуҙар тураһындағы кодексының 6-сы өлөшөнөң 5.27-се статьяһына ярашлы административ эш ҡуҙғатылған.
Әлеге ваҡытта законды боҙоу осрағы бөтөрөлгән, эшселәргә хеҙмәт хаҡын тулыһынса түләгәндәр.