Йәмғиәт
1 Октябрь 2019, 12:11

Йәштәр, ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ?

Бөгөн – Оло йәштәгеләр көнө. Беҙҙә ҡунаҡта – Башҡортостандың халыҡ шағиры Хәсән Назар. Ул бөгөнгө мәғлүмәт донъяһына, Интернетҡа ҡарата фекерҙәре менән уртаҡлашты.

Автор фотоһы.Автор фотоһы.
Автор фотоһы.
Бөгөн – Оло йәштәгеләр көнө. Беҙҙә ҡунаҡта – Башҡортостандың халыҡ шағиры Хәсән Назар.
Ул – бөтә ғүмерен башҡорт матбуғатына арнаған шәхес. “Башҡортостан” гәзитендә 15 йыл эшләгән. Бөгөн ул, баҫмабыҙҙа эшләп киткән башҡа ветерандар менән бергә, беҙгә осрашыуға килде.
Ошо уңайҙан Башҡортостандың халыҡ шағиры Хәсән ағай Назарҙың бөгөнгө мәғлүмәт донъяһы, Интернет тураһындағы фекере менән уртаҡлашыуын һораныҡ, сөнки уның “Бәйләнештә” социаль селтәрендә теркәлгәнен күреп ҡалдым. Тимәк, беҙҙең нимә яҙыуыбыҙ, ниндәй фекер йөрөтөүебеҙ оло йәштәгеләрҙең дә күҙ уңында.
– Эйе, яңыраҡ Интернет донъяһы менән таныша башланым, сәхифәмде астым. Башта мауыҡтырҙы. Унан инде ялҡыта башланы. Бер ҡараһың, төрлө ҡыҙыҡлы нәмәләр ҙә бар һымаҡ, әммә рухһыҙлыҡ, фекер һайлығы, мәҙәни фәҡирлек өҫтөнлөк ала һымаҡ тойолдо миңә, – тине Хәсән ағай. – Шуныһы ҡыҙғаныс: мәғлүмәттәрҙең күпселеге күңелде яҡтыртмай, рухландырмай, ҡыуандырыр нәмәләр бик аҙ. Бына шундай икән ул Интернет тигәнең. Йәштәргә ниндәйерәк йоғонто яһай икән һуң, тип борсолам ҡайһы саҡта. Хәйерлегә булһын инде барыһы ла. Һеҙ нисек уйлайһығыҙҙыр, бәлки, уй-ҡараштар менән уртаҡлашып алыу ҙа кәрәктер?!.
Читайте нас