Ҡала һәм райондарҙа коммуналь ойошмалар урамдарҙа, ихаталарҙа ҡар көрәргә һәр саҡ әҙер торорға тейеш. Был бурысты республика Хөкүмәтенең сираттағы оператив ултырышында республика Башлығы Радий Хәбиров ҡуйҙы.
Әлеге көндә урамды саң һәм бысраҡтан таҙартырға көн һайын 1 577 берәмек техника һәм өс меңдән ашыу урам һепереүсе сыға. Быйыл өҫтәмә рәүештә 80 берәмек махсус техника һатып алынған. Ултырышта әйтелеүенсә, йыйыштырыу техникаһының туҙыу кимәле юғары ҡала әле. Коммуналь хеҙмәтләндереүселәрҙең ҡышҡа әҙерлеге бөгөн 65 процент тәшкил итә.
– Республика бөтә коммуналь техниканы бер йыл эсендә яңыртып өлгөрә алмай, ләкин муниципалитеттарға бындай ҡорамалдарҙы даими һатып ала барасаҡбыҙ, – тине Радий Фәрит улы. – Ҡар таҙартыу темаһы бик сетерекле булып тора, сөнки кешеләрҙең хәүефһеҙлегенә бәйле. Эште ҡыш көнө проблемалар тыумаҫлыҡ итеп ойошторорға кәрәк.