Йәмғиәт
2 Октября 2019, 08:10

Ауыл уңғандары

Ҡалтасы районының Ҡалмаш ауылынан крәҫтиән (фермер) хужалығы етәксеһе Михаил Казанчеев бер нисә йыл ҙур ҡалаларҙа, Себер тарафтарында эшләй. Әммә ауылда тыуып үҫкән егетте сит яҡтар үҙенә ылыҡтыра алмай, тәпәй баҫҡан төйәгенә кире әйләнеп ҡайта.

Һыната торғандарҙан түгел


Ҡалтасы районының Ҡалмаш ауылынан крәҫтиән (фермер) хужалығы етәксеһе Михаил Казанчеев бер нисә йыл ҙур ҡалаларҙа, Себер тарафтарында эшләй. Әммә ауылда тыуып үҫкән егетте сит яҡтар үҙенә ылыҡтыра алмай, тәпәй баҫҡан төйәгенә кире әйләнеп ҡайта.


Тәүҙә бер фер­мерҙа тракторсы булып эшкә урынлаша. Ә 2016 йылда үҙ хужалығын ойоштора, үҫем­лекселек менән бер рәттән мал­сылыҡты ла тар­тырға йөрьәт итә. Етмәһә, шәхси ху­жа­лығында уның 10 башҡа яҡын ҡара-сыбар тоҡом­ло һыйыр малы, 300 гектар ере лә була.


– Тәүҙә ауыр булһа ла, хәҙер өйрәнелде инде. Туғандар ҙа, атай-әсәй ҙә минең теләгемә ҡаршы килмәй, киреһенсә, һәр яҡлап дәрт­ләндереп торҙо, – ти фермер.


Ошо уҡ йылда район хакимиәтенең ауыл хужалығы бүлеге Михаил Казанчеевты “Эш башлаған фермер” маҡсатлы программаһында ҡатнашырға саҡыра. Егеткә документтар йыйып, уны әҙерләп тапшырыуҙан башҡа сара ҡалмай.

Бәхетенә күрә, Михаил программаға эләгеп, өс миллион һумға яҡын дәүләт ярҙамы алыуға өлгәшә. Әлбиттә, эре агрохолдингтар өсөн был сумма бәләкәй күренһә лә, яңы ғына эш башлаған фермерға ярап ҡала, ул был ярҙамды хужалығын үҫтереү өсөн тотона. Тоҡомло мал һатып алыу өсөн Дүртөйлө районына юллана, тәжрибәле фермерҙар “Шишмә” тоҡомсолоҡ заводы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенә барырға кәңәш итә.


Фермер 40-ҡа яҡын тананы ауылына алып ҡайта, тик уларҙы ҡайҙа урынлаштырырға тип аптырай. Элекке Свердлов исемендәге колхоздан иҫән ҡалған бер һөтсөлөк фермаһын ҡайныһы Федор Шуматбаев һатып алған була. Ул да ваҡытында фермерлыҡҡа тотонорға иҫәп тота, әммә уйлаған хыялын тормошҡа ашырып өлгөрмәй. “Кейәүемә ярап ҡалды, былай булһа күптән инде тарҡалып, емерелеп бөткән булыр ине”, – тип ҡыуанып уға бинаны бирә.


Бөгөн Михаил – аяғында ныҡлы баҫып торған фер­мерҙарҙың береһе, элекке һөтсөлөк фермаһы янына яңыһын төҙөп ултыртҡан. Көтөүҙә әле 120 баш һыйыр малы тотола, 40-ын һауып, Ҡалтасы һөт заводына көн һайын 400 килограмм аҡ тапшыра. Бында яһалма ҡасырыу эше яҡшы ҡуйылған.


Хужалыҡта биш кеше эш урыны тапҡан. Михаил, мәҫәлән, механизатор ҙа, малсы ла. Әйткәндәй, ҡатыны Валентина – ферма мөдире вазифаһында. Мөдир булһа ла, һыйырын да һауа, быҙауҙарҙы ла тәрбиәләргә ваҡытын таба. “Был эштә мин етәксе йә мин эшләй белмәйем тип әйтеүҙән файҙа юҡ, тырышырға кәрәк, һиңә бер кем дә алып килеп бирмәйәсәк. Ә эштең бер ниндәй ояты юҡ, минеңсә”, – ти фермер.


Ҡышҡылыҡҡа мал аҙығын да етерлек күләмдә хәстәрләгәндәр, сенажы ла, силосы ла һаҡлауға һалынған. Техниканы яңыртыуға аҡса йәлләмәй фермер, йыл да булмаһа ла, һатып ала, баҫыу эштәрен тик үҙ техникаһы менән башҡара. Хатта күрше фермерҙарға ла ярҙам итә икән. “Быйыл тәбиғәттең көйһөҙләнеүенә ҡарамаҫтан, матур ғына уңыш йыйып алыуға өлгәштек, – ти Михаил. – Әлбиттә, дәүләттән дә, район хакимиәтенән дә таяныс тоябыҙ, шуға ла уларҙың ярҙамын аҡларға тырышабыҙ”.


Фермер киләсәктә тоҡомло мал көтөүе һанын ишәйтеүҙе, бынан тыш, ер майҙанын арттырыуҙы күҙаллай. Ә Михаил булдыра торған егеттәрҙән, уның һәм уның ҡулы аҫтында эшләгәндәрҙең көс-дәрте ташып тора. Һынатмаҫ ул.


Ҡалтасы районы.
Читайте нас