Беҙ йыш ҡына үҙебеҙ йәшәгән донъяны сүп баҙарына әүерелдерергә генә торабыҙ. Ә бит был кәрәкмәгән әйберҙәр үҫешебеҙҙе тотҡарлай, яҡшы, файҙалы үҙгәрештәргә аяҡ сала. Бынан тыш, уларҙың сәләмәтлеккә кире йоғонто яһауы ла ихтимал.
Һеҙ үҙегеҙҙең кейем шкафын кәрәкмәгән әйберҙән бушатырға тигән ниәтегеҙҙе ниңә һаман да тормошҡа ашырмайһығыҙ? Пландарҙы гел генә артҡа күсерә барыу беҙҙән хәҙерге заман “плюшкин”дарын яһай ҙа инде.
Шәмбе һәм йәкшәмбе – йортто тәртипкә килтереү өсөн иң ҡулай ваҡыт. Әгәр ҙә һеҙ аҙна һайын өйөгөҙҙө сүпләгән әйберҙәрҙән арындырмаһағыҙ, ул аҡрынлап йыйыла-йыйыла сүп сүмәләһенә әүереләсәк.
Бер аҙна эсендә күпме кәнфит, аҙыҡ-түлек ҡаптары, ҡағыҙ, гәзит, реклама ҡағыҙы һәм башҡа макулатура йыйылған. Бында “кәрәге тейер” тигән принципҡа бөтөнләй урын юҡ. Йәлләмәгеҙ, ырғытығыҙ!
Буш шешәләр, банка, санитария-гигиена сараларынан ҡалған ҡаптар – ана, әллә күпме әйбер өйөгөҙҙә саң-туҙан йыйып ята, ҡотолоғоҙ уларҙан да.
Һәр аҙна аҙағында өҫтәл йәшниктәренә лә күҙ һалығыҙ, моғайын, унда ла кибеп бөткән фломастер, ручка, стержень һәм башҡа ваҡ-төйәкте табырһығыҙ. Уларҙы ла ташлағыҙ.
Өйҙә һәр ваҡыт тиерлек көнүҙәклеген юғалтҡан документтар, квитанция, күсермә, ғариза кеүек ҡағыҙҙар өйөлөп, урын алып ята. Уларҙың ғаилә тарихында ҡалыуы мөһим түгел, башығыҙҙы бутамаһын өсөн тиҙерәк ҡотолоғоҙ.
Моғайын, һәр ҡатын-ҡыҙҙың күптән тотонолмаған, иҫкергән косметикаһы, биҙәнеү-төҙәнеү әйберҙәре өйҙә табылыр. Быға тиклем файҙаланмағанһығыҙ икән, ниңә уны һаҡлайһығыҙ? Йәһәтерәк ырғытығыҙ.
Күп кенә ҡатын-ҡыҙ тишек колготкаларын да һаҡлай. Ни өсөн? Элекке ваҡыттарҙағы кеүек һуған элеп ҡуйыр өсөнмө? Шулай булғас, шкафтарығыҙҙы асып, шундай иҫке нисә колготка ятҡанын ҡарағыҙ. Йәлләмәгеҙ, һеҙ бит уларҙы барыбер кеймәйәсәкһегеҙ.
Һыуытҡысҡа мотлаҡ күҙ һалып, ҡулланыу срогы сыҡҡан аҙыҡ бармы-юҡмы икәнен тикшереүҙе ҡағиҙәгә әүерелдерегеҙ. Иҫкергән ризыҡты шунда уҡ – сүп биҙрәһенә. Һыуытҡысҡа ревизия яһау һеҙҙең сәләмәтлекте һаҡлаясаҡ.
Күптәрҙең өйөндә пакет эсендәге пакеттарҙың оҙаҡ ваҡыт һаҡланыуы ғәжәпкә ҡалдыра. Кәрәкмәгәненән һис һүҙһеҙ ҡотолоу яғын ҡарағыҙ. Бик арзан торһа ла, уның сәләмәтлеккә ун, йөҙ тапҡыр зыян килтереүе ихтимал. Һауыт-һаба йыуа торған йомшаҡ йыуғысты аҙна һайын алмаштырыу кәрәк, сөнки улар – бактерияларҙың үрсеүе өсөн бик яйлы сығанаҡ. Нисек кенә таҙа итеп йыуырға, йоғошһоҙландырырға тырышһағыҙ ҙа, иҫке йыуғыстарҙың зарары кәмемәй.
Тағы ла бер иғтибарҙан ситтә ҡала торған эш – гарнитур, комод, өҫтәл йәшниктәрен асып ҡарағыҙ әле, ундағы кәрәкмәгән ваҡ-төйәк нервығыҙҙы ҡуҙғытмаймы? Аҙнаһына бер тапҡыр күҙ һалһағыҙ, йәшниктәрҙә һәр саҡ тәртип булыр.