Йәмғиәт
1 Октябрь 2019, 19:08

"Эй, улым..."

Дауахананан ҡайтһа, телевизор ҙа юҡ, мейес тә…

Фото: pixsabayФото: pixsabay
Фото: pixsabay
Стәрлетамаҡта йәшәгән оло йәштәрҙәге ҡатын ике аҙна дауаханала ятып ҡайтҡас, өйҙә телевизорынан да, микротулҡынлы мейестән дә елдәр иҫкәнен күрә.


Ул полицияға мөрәжәғәт итә. Хоҡуҡ һаҡсылары килеп тикшереү үткәрә. Ҡырын эште ҡатындың 49 йәшлек улы ҡылған булып сыға.


Ул әсәһе өйҙә юҡта килеп йәшәй һәм мөлкәтте эске өсөн һата. Ғәйебен таный. Ул алдан да уғрылыҡта, мутлашыуҙа, кеше туҡмауҙа ғәйепләнеп, хөкөм ителгән була. Иргә ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған.


Хәмерҙән башҡа бер ниҙе күрмәгән кеше айырыуса яҡындары өсөн ҙур хәүеф менән янай шул. Меҫкен әсә...
Читайте нас