Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
2 Октябрь 2019, 18:14

Изге һөнәр эйәләре

Шәм сырағымдан яҙҙырма... Элек инәй-өләсәйҙәрҙең ауыҙынан йыш сыҡҡан был һүҙҙәрҙең ысын мәғәнәһен, әһәмиәтен үҙем улар йәшенә еткәс кенә аңланым. Баҡтиһәң, беҙҙе тормош, кешеләр менән бәйләп торған, аңыбыҙға матурлыҡты еткер­гән, хәүеф-хәтәрҙән ҡурса­лаған, донъя яҡтылығын аңлатҡан мөһимдәрҙән-мөһим ағза икән ул – күҙҙәр...

“Кесе йәштән ғилемгә ынтылдым”.


Шәм сырағымдан яҙҙырма... Элек инәй-өләсәйҙәрҙең ауыҙынан йыш сыҡҡан был һүҙҙәрҙең ысын мәғәнәһен, әһәмиәтен үҙем улар йәшенә еткәс кенә аңланым. Баҡтиһәң, беҙҙе тормош, кешеләр менән бәйләп торған, аңыбыҙға матурлыҡты еткер­гән, хәүеф-хәтәрҙән ҡурса­лаған, донъя яҡтылығын аңлатҡан мөһимдәрҙән-мөһим ағза икән ул – күҙҙәр...


Һәр көнө – кешеләр файҙаһына


Ғүмерен аҡ ҡағыҙға текәлеп үткәр­гән кешегә һәйбәт күреү һәләтен һаҡ­лап ҡалыу бигүк еңел түгел. Өҫтәүенә күҙҙәрҙе һаҡларға, ҡәҙерләргә лә өйрәнмәгәнбеҙ. Ә инде берҙән-бер көндө күҙ алдарың томаланып, урамда таныштарыңды ла айырмай башлаһаң, иҫкә төшә: ни өсөн телевизор ҡараным, компьютерҙа күп ултырҙым, тейешле-тейешһеҙ китапты уҡыным һәм башҡалар.
Офтальмологка ла осраҡлы ғына барып эләктем мин. Күреү һәләте ҡырҡа насарайыуға ҡарамаҫтан, һаман форсат тапмай йөрөр инем әле. Бәләкәй генә ҡағыҙ киҫәге кәрәк булып сыҡҡас, Гүзәл Ишмөхәмәт ҡыҙы Шаһыбаловаға килдем.

– Ултыр әле бына бында, – тине табип, стена буйындағы ултырғысҡа күрһәтеп. – Күҙҙәреңде ҡарайыҡ...
– Ә миңә күҙлек һайлай алмайҙар, – тинем. – Электән...

Шәфҡәт туташы Гөлсәсәк Килде­йәрова менән күреү һәләтен тикшерә башланылар һәм... ул һәләттең нулгә яҡынайғаны асыҡланды.
Шулай ҡотҡарып ҡалдылар мине тамам һуҡырайыуҙан. Операциянан һуң йәшел үләндең сағыулығын күргәнемде һис онота алмайым. Эйе, белә, таный инем уның йәшеллеген, әммә мин күргәне бөтөнләй икенсе булып сыҡты. Икенсе хайран ҡалдыр­ған нәмә – йондоҙҙар. Улар элек бик аҙ һәм ваҡ булһа, хәҙер эре һәм бихисап ине... Хәҙер минең Әбйәлил районы дауаханаһының баш офтальмологы Гүзәл Шаһыбаловаға, уның менән егерме йылға яҡын иңгә-иң терәп эшләгән Гөлсәсәк Килдейә­роваға, Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институтының микрохирургия белгестәре, медицина фәндәре кандидаттары Миңнулла Әбсәләмовҡа, Наил Хисмәтуллинға, институттың башҡа хеҙмәткәрҙәренә рәхмәтем сикһеҙ.
Ә бөгөн иһә үҙебеҙҙең район халҡына баһалап бөткөһөҙ изгелек ҡылған оло йөрәкле кешеләр хаҡында һөйләгем килә. Гүзәл Ишмөхәмәт ҡыҙы менән беҙ ҡорҙаштар. Юғары уҡыу йорттарында ла бер үк ваҡытта белем алғанбыҙ. Башҡорт дәүләт медицина институтын 1976 йылда тамамлағас, уның өсөн киң офоҡтар асыла. Әйткәндәй, тәүге сығарылыш күҙ табиптары әҙерләнгән була ул йылда, Башҡортостанда офтальмология буйынса оло юлға старт алынған мәл.
Беренсе интернатураны баш ҡаланың 10-сы дауаханаһында үтә. Тәүге офтальмологтар төркөмөн әҙерләгән күренекле ғалим Марат Аҙнабаев ҡулында уҡыу бәхете тейгән, бәләкәйҙән бары тик күҙ табибы булырға хыялланған тырыш, ныҡыш­мал ҡыҙға бөтәһе лә оло үрҙәр, ғалим дәрәжәләре юрай. Өҫтәүенә атаһының, көслө математик Ишмөхәмәт Мостафа улының (ул оҙаҡ йылдар Өфөнөң 20-се мәктәбендә уҡытты), яҡын дуҫы – билдәле офтальмолог, профессор Радамис Ҡоҙаяров. Институттан һуң Өфөлә ҡалырға ла өгөтләйҙәр, Магнитогорскиға, Дәүләкәнгә, башҡа урындарға саҡыралар, ә ул тыуған яғы Әбйәлилде һайлай. Һәм, ниндәй генә ауырлыҡтар кисермәһен, һуңынан бер тапҡыр ҙа үкенмәй. “Ауыл ерендә үҙеңде юғалтасаҡһың”, – ти уға бер ваҡыт республиканың баш окулисы урынбаҫары.
– Үҙемде бер ҙә юғалып ҡалған­мындыр тип иҫәпләмәйем, – ти бөгөн Гүзәл Ишмөхәмәт ҡыҙы. – Минең һәр көнөм кешеләр файҙаһына үтә. Еңел түгел, районда күҙ ауырыуҙары һаман киңерәк тарала бара. Ул ауырыуҙар ифрат күп төрлө, диагнозды дөрөҫ ҡуйып, тейешле дауалау процедураһы үткәрһәң, күп кенә сирҙәрҙе еңергә лә мөмкин. Әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, дауалап булмай торғандары ла осрай, был осраҡта ла беҙ кәрәкле дарыуҙар менән сирҙең көсәйеп китеүенән, тома һуҡырлыҡтан һаҡларға тырышабыҙ...


Белем ҡәҙерен белә


Асҡар район дауаханаһында эшләй генә башлаған мәлен яҡшы хәтерләй Гүзәл Шаһыбалова. Әлфинә исемле шәфҡәт туташы менән хатта операциялар ҙа яһай улар. Район шарттарында тейешле аппаратура ла бул­ғанда халыҡты хеҙмәтләндереү күпкә яҡшырыр ине, тигән фекерҙә офтальмолог. Ял көндәрендә лә ял итмәгән саҡтары була күҙ табибының. Һуңғараҡ шәфҡәт туташы булып Ләлә Мәжит ҡыҙы Йомағужина килә. Йыш ҡына хәрби комиссариатта хеҙмәткә алына­саҡ егеттәр менән эшләргә тура килә.
– Күҙҙәр, минеңсә, кешенең холҡон, шулай уҡ уй-кисерештәрен “һата” торған ағза. Ни уйлағаныңды әллә ҡайҙан әйтеп тора улар. Беҙгә донъя яҡтылығын бүләк иткән дә күҙҙәр. Шәфҡәт туташы Гөлсәсәк Килдейәрова менән егерме йыл самаһы бергә эшләйбеҙ. Бер-беребеҙҙе ярты һүҙҙән аңлайбыҙ. Бөтә ғүмеребеҙ ошонда үтә, шуға күрә татыулыҡ – беҙҙең эштә бик мөһим ғәмәл. Уңдым шәфҡәт туташынан. Тырыш, төпсөр, иғтибарлы. Ғаиләләр менән аралашабыҙ, балалар бер-береһе менән дуҫ, ярҙам итешәбеҙ, – табип үҙенең ярҙамсыһы тураһында ана шундай фекерҙә.
Гөлсәсәк – Белорет районы ҡыҙы, Оло Йылға ауылынан. Медицинаны һайлауына һис тә үкенмәй. Белорет ҡалаһында медицина училищеһын тамамлағас, Асҡар район дауахана­һында сирлеләрҙе ҡабул итеү бүлмә­һендә эшләп ала. Бөгөн иһә Гүзәл Ишмөхәмәт ҡыҙының уң ҡулы. Үҙ бурысын һирәк осрай торған теүәллек менән башҡара, эшенә ҡағылышлы бөтә мәсьәләләрҙе хәтерендә тота. “Беҙҙең эштә ярты уңыш шәфҡәт туташынан тора, – ти райондың баш оф­тальмологы. – Был йәһәттән Гөлсә­сәккә тулыһынса ышанырға була”.
Мин табиптың бала сағы, тормошо менән ҡыҙыҡһындым.

– Ниңәлер мотлаҡ күҙ табибы булырға теләнем. Күрше-тирәнең күҙҙәренә һыу һалып, табип булып уйнай торғайным. Ташбулат ауылында уҡытыусылар ғаиләһендә тыуып үҫтем. Әсәйем тарихтан уҡытты, бәләкәйҙән уҡыуҙың баһаһын белергә өйрәтте. Атайым математик булғанғамы, башымда гел һан-ғәмәлдәр ҡайнаны. Ә дөйөм алғанда, бөтә фәндәрҙән дә тик “бишле”гә өлгәштем, – тип хәтерләй әңгәмәсем.
Әйткәндәй, ул бәләкәйҙән белем ҡәҙерен белә. Дәрес әҙерләү хаҡында иҫкәртеү-фәлән дә кәрәкмәй, оло теләк менән, яратып шөғөлләнә Гүзәл мәктәптә. Бөтәһе лә уны алтын миҙал көтә, тип өмөтләнә, әммә имтихан ваҡытында математиканан ике вариантты ла дөп-дөрөҫ эшләгән ҡыҙға “дүртле” ҡуялар...
– Бик көслө класс ине беҙҙең, һигеҙ отличник. Буранбай Әйүп улы Әйүповты оло ихтирам менән хәтергә алам. Беҙҙе рус теленә ул өйрәтте. Радио тыңлағыҙ, һүҙҙәргә, һөйләмгә иғтибар итегеҙ, тиер ине уҡытыусыбыҙ гел генә, – тип дауам итә хәтирәләрен табип.
Математика олимпиадаларында йыш ҡына беренсе йә икенсе урын­дарҙы алған, ә химия буйынса республика олимпиадаһында төплө белемен күрһәткән ҡыҙыҡайға медицина институтына кереү ауыр булмай, әлбиттә. Өҫтәүенә тыуған ауылында баш табип булып эшләгән Зәйтүнә апаһы өлгөһөндә кесе йәштән бөтә хыял-ынтылышы бер йүнәлешкә төбәлгән. Алға ҡуйған маҡсатына ентекле әҙерләнеүе лә мәктәп йәшенән. Физиканы тәрәнерәк өйрәнеү маҡса­тында Ландауҙы ҡат-ҡат уҡый, бөтә фәндәр буйынса конспект яҙа. Ул арала спорт, башлыса саңғыла йөрөү менән шөғөлләнергә лә өлгөрә, класс, мәктәп эштәренән дә, өйҙә әсәһенә булышыуҙан да ситтә ҡалмай.


Көн яҡтылығы бүләк итә


– Ике яҡтан да уҡымышлы, белемгә ынтылыусан кешеләр булған беҙҙең затта. Ябай колхозсы Әхмәҙи олатай Нурғәлин һәр ваҡыт: “Балалар, уҡығыҙ”, – тиер булған. Әсәйем Фатима – филология фәндәре докторы, профессор Зиннур Нурғәлиндең бер туған һеңлеһе. Ә танылған йырсы Вахит Хызыровтың олатаһы менән әсәйем – бер туған. Мырҙабулат олатайыбыҙ Троицкиҙа уҡыған. Күренекле актер Нәғим Нурғәлин дә яҡын туғаным. Тарихҡа күҙ һалһаң, әсәй яғынан ҡаҙаҡ затынанбыҙ. Ә атайым Баймаҡ районының Иҙрис ауылынан.
Олатайым Мостафа Алламоратов бик хәлле кеше була, шуның өсөн генә уны Себергә һөрәләр. Һуңынан ул ауылға ҡайтмай, Ырғайҙыла ер аҫтындағы өйҙә йәшәй. Байтаҡ ваҡыт үткәс кенә ҡайтып, Иҙристә йорт күтәрә, 80 йәше тулып килгәндә... Ул мулла булған, Гүзәлиә тигән исемде лә миңә ул ҡушҡан. Олатайым йырлап үлә... Тормошто ни тиклем ныҡ яратҡан ул, уйлаһаң.
Әсәйем Аҡназаров, Солтанов, Ахунйәнов кеүек күренекле дәүләт эшмәкәрҙәре менән бергә уҡыған. Уҡыу ҡәҙерен белгән кешеләр тәрбиәһендә үҫкәнгәме, кесе йәштән мин дә ғилемгә ынтылдым. Бөгөн дә һәр яңылыҡты белеп барырға тырышам. – Гүзәл Ишмөхәмәт ҡыҙы хәтирәләре менән уртаҡлаша, ә мин уның фекерләү ҡеүәһенә, киң аң даирәһенә һоҡланып ултырам. Төп эшенән тыш әллә күпме шөғөл тапҡан ул үҙенә: баҡса үҫтерә, бәйләй. Интернетта ултырырға ла өлгөрә, ғүмер буйы күпләп мал-тыуар, ҡош-ҡорт ҡараған, уларын һуңғы йылдарҙа ғына кәметкән. Иптәше Илгиз – һөнәре буйынса агроном, татыу, матур ғаиләлә ике бала буй еткереп, икеһенең дә бөгөн үҙ тормошо.
– Мине Гүзәл Ишмөхәмәт ҡыҙы дауахана коридорынан тотоп индерҙе кабинетына, – тип хәтерләй элекке медицина хеҙмәткәре Мәхмүзә Билалова. – Хәҙер һәйбәт күрәм, рәхмәтем сикһеҙ табипҡа.
– Һеҙ бәхетле, күҙ табибы булып Шаһыбалова эшләй, – тинеләр миңә баш ҡала дауаханаһында. – Уның күҙҙәре аппарат кеүек бит ул...
“Кеше менән аралашыуы, әңгәмә барышында уның йәшәү рәүеше, тормош шарттары менән танышыуы ҡыҙыҡ. Ә инде сирлегә ярҙам итеү шатлығы хаҡында әйтеп торорға ла түгел. Эшемде яратам, һөнәрҙе дөрөҫ һайлағанмын, тип уйлайым...” – Гүзәл Ишмөхәмәт ҡыҙы шундай фекерҙә.
Әгәр шулай булмаһа, күҙ табибы булып 42 йыл эшләй алыр инеме ул?! Медицинала иң ауыр өлкәләрҙең береһе – офтальмология. Ошо осорҙа күпме кешегә көн яҡтылығы бүләк иткән, күпмеһен ҡаты ауырыуҙан һаҡлап, ҡурсалап ҡалған табип. Уның тоғро ярҙамсыһы, шәфҡәт туташы Гөлсәсәк Килдейәрова ла, табип үҙе лә һәр сирлегә ҡарата иғтибарлы, диагнозды дөрөҫ ҡуя, кәрәк булһа, ауырыуҙы Өфө дауаханаһына оҙата. Йәшерен-батырын юҡ, бөгөнгө ҡатмарлы тормошта бәғзе мәл кемгәлер ашығыс операция кәрәк, ә уның юллыҡ аҡсаһы ла юҡ.
– Үҙ кеҫәбеҙҙән түләп ебәргән саҡ­тар ҙа булды, – ти Гүзәл Ишмөхәмәт ҡыҙы. – Кемгә лә булһа ярҙам итәһең, ә күңелгә рәхәт булып ҡала.
Изге һөнәр кешеләре ул Гүзәл Шаһыбалова менән Гөлсәсәк Килде­йәрова. Мин был мәҡәләмдә Әбйәлил районы дауаханаһының офтальмологы һәм уның ярҙамсыһына ҡарата меңдәрсә кешенең оло рәхмәтен белдерергә тырыштым. Хоҙай уларҙың үҙҙәренә лә ныҡлы сәләмәтлек һәм донъя ҡыуаныстары насип итһен.
Читайте нас