Өфө ҡалаһы урамдарының береһендә хәрбиҙәргә тап булдым. Һалдат һурпаһын эскән егет булараҡ, уларҙы күреү менән тәүҙә күңелем күтәрелде, ләкин шунда уҡ һүрелде.
Архангел өлкәһенең Коряжма ҡалаһында ватан алдындағы бурысымды үтәнем. Ҡалаға йыш сығып йөрөнөк, улай ғына ла түгел, увольнениеға сығыуҙы байрамға әҙерләнеүгә тиңләнек. Гимнастерка, салбар үтекләнгән, ботинкалар ялтырап тора, ҡайышҡа ҡарап булмай – хатта күҙҙе сағылдыра. Сафта матур итеп атлау иҫтә ҡалған.
Әле иһә өйкөлөшөп китеп барғандарҙы һалдат тиергә тел әйләнмәй. Гимнастерканың төймәләре эленмәгән, ҡайыш бушаҡ, ҡыҫҡаһы, улар миндә урам малайҙарын хәтерләтте. Әйтерһең дә, һалдат кейемен ҡайҙандыр табып алғандар ҙа кейгәндәр.
Уйланырлыҡ та шул. Был бер йыл хеҙмәт итеү касафатымы, әллә заманы башҡамы?