Йәмғиәт
2 Октября 2019, 21:12

Артығын эшләткәс, ниңә түләмәйһегеҙ?

Уларға, үҙенең сменаһынан тыш, башҡаларҙың да эшен үҙ өҫтөнә алырға тура килә. Әммә артыҡ башҡарылған хеҙмәт өсөн түләргә ашыҡмайҙар.

Фото: 000333.ruФото: 000333.ru
Фото: 000333.ru
Республикала ашығыс ярҙам подразделениелары хеҙмәткәрҙәренең хоҡуҡтарын боҙоу осраҡтары асыҡланды. Был хаҡта Дәүләт хеҙмәт инспекцияһы хәбәр итә.
Тәү сиратта был эш ваҡыты режимы боҙолоуына ҡағыла. Ашығыс ярҙам фельдшерына, үҙенең сменаһынан тыш, башҡаларҙың да эшен үҙ өҫтөнә алырға тура килә. Әммә артыҡ башҡарылған хеҙмәт өсөн түләргә ашыҡмайҙар.
Инспекторҙарҙың билдәләүенсә, Ишембай, Раевка үҙәк дауаханаларында фельдшерҙарҙы ял көндәрендә лә эшкә егәләр, тик эш хаҡын түләгәндә Хеҙмәт кодексын тупаҫ боҙоуға юл ҡуйыла. Етәкселәр бының сәбәбен кадрҙар етешмәүгә япһарырға тырыша.
Әммә был норманан артыҡ эшләгән өсөн түләргә кәрәкмәй, тигәнде аңлатмай. Дәүләт хеҙмәт инспекторҙары хеҙмәтте һаҡлау өлкәһендә лә етешһеҙлектәрҙе асыҡланы, нигеҙҙә, был шәхси һаҡланыу сараларына ҡағыла.
Читайте нас