Йәмғиәт
3 Октября 2019, 17:28

Был аҙнала дүрт бала...

Уларҙы "әсирлек"тән кем ҡотҡарған?

Фото Граждандарҙы яҡлау идаралығынан.Фото Граждандарҙы яҡлау идаралығынан.
Фото Граждандарҙы яҡлау идаралығынан.
Уҙып барған аҙнала ҡотҡарыусыларға дүрт балаға ярҙамға ашығырға тура килгән.


Шулай ике, дүрт һәм алты йәшлек сабыйҙар үҙ фатирҙарында бикләнеп ҡалған. Улар эстән бикләнгән дә аса алмаған.
Ә алты йәшлеге хатта телефонына ла яуап бирмәгән. Күҙ алдығыҙға киләлер ата-әсәһенең нисек борсолғаны. Баҡтиһәң, ишек асылмағас, бала ятып йоҡлауҙан да ҡулайыраҡ эш тапмаған…
Сабыйҙарҙың барыһын да ҡотҡарыусылар имен-аман “әсирлек”тән ҡотҡарған.
Ә бына 12 йәшлек ҡыҙыҡай бармағын ишек тотҡаһындағы тишеккә тыға, унан кире ала алмай. Ҡотҡарыусылар килеп, металл корпусты киҫеп, балаға ярҙам итә.
Читайте нас