Ғәлиә һеңлем башланғыс класта уҡығанда класс етәксеһе балаларға һорау бирә:
– Балалар, был донъяла йәшәүебеҙ менән беҙ кемгә бурыслыбыҙ?
Бер малай ҡул күтәрә лә етди йөҙ менән ҡысҡырып тороп:
– Һыйырға! – тип яуаплай.
Уҡытыусы көлөп ебәреүҙән үҙен саҡ тыйып, һорауҙы тағы ҡабатлай.
Уҡытыусы аптырап "Эйе, Ленин – бөйөк кеше, ләкин бөгөн һүҙ беҙҙең өсөн иң яҡын, ҡәҙерле булған кеше хаҡында бара. Кем беҙҙең хаҡта хәстәрлек күрә, һеҙҙең дәрестән ҡайтыуығыҙҙы тәмле аштар бешереп көтөп ала?" тип һорауға асыҡлыҡ индерә. Шунан ғына бер ҡыҙ тороп: "Әсәйгә," – тип яуаплай.
Һығымта: был хәл уҙған быуаттың 80-се йылдары уртаһында була. Тәүге баланың "һыйырға" тип яуап биреүен дә аңларға була: ауыл халҡы элек-электән шул малға ҡарап торҙо бит инде. Шуға күрә баланың шулай тип яуап биреүе бер ҙә ғәжәп түгел.
Ә инде Ленинға килгәндә, мәктәп тупһаһына аяҡ баҫмаҫ борон "Ленин – һөйөклө атабыҙ..." тип йырлап йөрөгән быуын бит инде беҙ.