Башҡортостан
+12 °С
Облачно
VK
РУС
Telegram
Дзен
МАКС
Йәмғиәт
4 Октября 2019, 07:15
ФОТОБӘЙГЕГӘ САҠЫРАБЫҘ! Йәшәйеш – ул үҙе бер миҙгел!..
Тормошобоҙ гүзәл миҙгелдәрҙән, үҙенсәлекле күренештәрҙән, осрашыу-хушлашыуҙарҙан, ғөмүмән, һоҡландырғыс ғәмәлдәрҙән тора. Улар кешеләрҙе уйландыра ла, һоҡландыра ла, тетрәндерә лә...
Тормошобоҙ гүзәл миҙгелдәрҙән, үҙенсәлекле күренештәрҙән, осрашыу-хушлашыуҙарҙан, ғөмүмән, һоҡландырғыс ғәмәлдәрҙән тора. Улар кешеләрҙе уйландыра ла, һоҡландыра ла, тетрәндерә лә...
Ә бына йәшәйештәге ошо миҙгелдәрҙе матур итеп фотоһүрәттәрҙә сағылдыра белеү – үҙе бер оҫталыҡ. Беҙҙең заманда һәр кемдә сифатлы камералы смартфон, планшет йәки фотоаппарат бар. Тормошобоҙҙа һәр кемде йәлеп итерлек үҙенсәлекле мәлдәр ҙә бик күп, шуға күрә һеҙҙән сифатлы һәм ҡыҙыҡлы фотоһүрәттәр көтәбеҙ. Бәлки, тәбиғәттең матур күренешен төшөрөп алғанһығыҙҙыр йәки балаларығыҙҙы берәй ҡыҙыҡ мәлдә “эләктерерһегеҙ”. Матур кешеләр, замандаштар, йәнлектәр, төрлө күренештәр... Уны күрә һәм ваҡытында төшөрөп алырға ғына кәрәк йәшәйешебеҙҙән. Фотолар янына ҡыҫҡаса һүрәтләмә, кем, ҡайҙа һәм ҡасан төшөргәнен дә яҙырға онотмағыҙ.
Иң матур һәм ҡыҙыҡлы ижади эштәр гәзитебеҙҙең төҫлө битендә һәм сайтта донъя күрәсәк. Улар өсөн гонорар ҙа яҙыласаҡ. Ә иң-иңдәрен редакция йыллыҡ календарь эшләгәндә һайлап алыуы ихтимал.
Әйҙәгеҙ әүҙемерәк булайыҡ. Фотоһүрәттәрегеҙҙе
alfia.85@bk.ru
йәки
bashkortostan.gazeta@mail.ru
электрон адрестарына “Йәшәйеш – ул үҙе бер миҙгел!..” фотоконкурсына тип ебәреүегеҙ һорала.
Фото:
m.fishki.net
Читайте нас
Новости партнеров
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"