Дәүләт Думаһы депутаттары тағы ла бер яңы льготалы категория булдырыу тураһында уйлай.
Күптәр быны сираттағы популизм ғәләмәте булараҡ ҡабул итте. Ысынлап та, тағы күпме “льготалылар” армияһын үҫтерергә мөмкин?
Дәүләт Думаһы комитеты рәйесе урынбаҫары Борис Чернышов “үҙгәртеп ҡороу ҡорбандары” тип аталған льготалы категория булдырыу тураһындағы хат менән Хеҙмәт министрлығы етәксеһенә мөрәжәғәт иткән.
Уның фекеренсә, үткән быуаттың 80-се йылдарында күптәр гуманитар һәм геосәйәси һәләкәт кисерҙе. Депутат ул дәүерҙәге 25-45 йәшлек граждандарҙы үҙгәртеү ҡорбаны тип иҫәпләй һәм уларға төрлө льготалар, субсидиялар тәғәйенләргә тәҡдим итә.