Белорет ҡалаһында һигеҙ берәҙәк эт мәктәп йәшендәге ҡыҙға үтергә бирмәй, уны уратып ала.
Ҡамауҙа ҡалған бала ҡурҡышынан илай башлай. Ярай әле эргәнән бер ҡатын үтеп барған була, ул эттәрҙе ҡыуып, ҡыҙҙы ҡотҡарып ҡала.
Баланың бәхетенән оло кеше тап булғандыр. Юғиһә хәлдең ни менән бөтөрө хаҡында уйлауы ла ҡурҡыныс.