Даланлы бер яҡташыбыҙ бының серҙәре менән уртаҡлаша.
Һәр кемебеҙ лотерея билетын алған саҡта уңышҡа, миллиондар отоуға өмөт итәбеҙ. Тик бәхет һәр кемгә йылмаймай шул. Ә бына былтыр лотереяла отоп, миллионерға әйләнгән яҡташыбыҙ, Туймазы кешеһе үҙенең сере менән уртаҡлашты.
Билдәле булыуынса, ул билетты былтыр 15 майҙа һатып алған. Ә икенсе көнөнә мультимиллионер булып уянған. Һалымдарын түләгәндән һуң, уның ҡулында 72 миллион һум аҡса тороп ҡалған.
Ир белдереүенсә, ул бер генә билет алмаған. Ғөмүмән, ул лотерея алыуға килеменең өстән бер өлөшөн сарыф иткән. Һәм буш шаҡмаҡтарҙы ла ул нисек етте шулай түгел, ә үҙенсә бер юл менән тултыра икән.
– Мин мөмкин булғанса комбинациялар максимумын ябырға тырышам. Эйе, комбинациялар миллионлап булһа ла, ошолай итһәң, еңеү мөмкинлеге бер нисә тапҡырға арта. Быны һеҙгә теләһә ниндәй математик дәлилләй ала, – ти ир.
Әйткәндәй, Туймазы кешеһе хәҙер Башҡортостанда йәшәмәй. Еңеүҙән һуң ул Краснодар крайына, йылыға күсеп киткән. Бында шәхси ҡунаҡхана асҡан. Аҡсаның бер өлөшөнә әсәһенә һәм туғандарына фатирҙар алып биргән. Шулай уҡ мәрхәмәтлек тураһында ла онотмаған, бер ни тиклем аҡсаһын Туймазы ҡалаһының хәрби низағтарҙа ҡатнашыусылар мәнфәғәтен яҡлаусы йәмәғәт ойошмаһына күсергән.
Һеҙ ҙә еңел генә миллионер булырға теләйһегеҙме? Улай булһа, тырышығыҙ, математиканы өйрәнеп ҡарағыҙ. Ә бит кемдер, бер генә билет менән дә еңә. Шулай булғас, ни бары уңышлы булып тыуыу кәрәктер.