Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Октябрь 2019, 16:34

Самолетта вафат булған

Самолетта осоу һәр саҡ хәүеф менән бәйле. Ике айлыҡ баланың осош ваҡытында һәләк булыуы ошоно тағы берҙе иҫбатлай.

Фото: Lenta.ru
Фото: Lenta.ru
Самолетта осоу һәр саҡ хәүеф менән бәйле. Ике айлыҡ баланың осош ваҡытында һәләк булыуы ошоно тағы берҙе иҫбатлай.
Грозный ҡалаһынан Мәскәүгә осҡан самолетта кинәт бәләкәстең хәле насарайған. Борт экипажы, был хәлгә бәйле, Волгоград ҡалаһы аэропортында туҡтарға мәжбүр булған. Баланы дауаханаға оҙатһалар ҙа, уны ҡотҡара алмағандар. Асыҡланыуынса, ҡыҙ тыумыштан йөрәк сире менән яфаланған.
Мәғлүм булыуынса, баланы Мәскәүгә, юғары технологиялы медицина ярҙамы күрһәтергә алып китеп барғандар. Сабыйҙы оҙатып барыусы табип-реаниматолог ярҙам күрһәтергә тырышһа ла, файҙа булмаған.
Әле тикшереү эштәре бара.
Читайте нас