Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Октябрь 2019, 00:26

Шешәләшенән ҡотолмаҡсы булып...

Өй хужаһын туҡмайҙар, аҙаҡ муйынына бысаҡ ҡаҙайҙар.

Фото: kursk.com
Фото: kursk.com
Хәйбулла районында йәшәүсе ике ир бергә күңел асҡан шешәләштәренән ҡотолорға итә. Талаш ваҡытында өй хужаһын туҡмайҙар, аҙаҡ муйынына бысаҡ ҡаҙайҙар.
Ярай әле, йортҡа күршеһе килеп инә. Ҡатын ашығыс ярҙамды саҡыра. Ваҡытында медицина ярҙамы алғанлыҡтан, ир иҫән ҡала.
Енәйәтселәр тотола, әлбиттә. Өҫтәүенә уларҙың береһе йәнә бер ҡот осҡос енәйәттә ғәйепләнә. Сентябрь айында ул ағалы-ҡустылы ғаиләлә булып, иҫерек килеш туғандарҙың береһен бензин һибеп яндыра. Ут йортҡа күсә. Ирҙәрҙең икенсеһе лә утта бешә, әммә иҫән ҡала. Енәйәтселәрҙе һаҡ аҫтына алыу мәсьәләһе хәл ителә.
Читайте нас