Йәмғиәт
4 Октябрь 2019, 11:42

Туҡһанынсы йылдарҙағы кеүек...

Бөгөн иртән булған был хәл. Бер төркөм ҡораллы кешеләр завод биләмәһенә бәреп ингән һәм һаҡсыларҙы яралаған.

Бөгөн иртән булған был хәл.

Бер төркөм ҡораллы кешеләр завод биләмәһенә бәреп ингән һәм һаҡсыларҙы яралаған.

Краснодар өлкәһенең Славян районындағы ваҡиға бөтөнләй башҡа һыймай: үткән быуаттың 90-сы йылдарындағы кеүек, ҡораллы һөжүм ойоштора торған заманмы ни?


Әлегә хоҡуҡ һаҡлау органдарына шул мәғлүм: иртәнге 8.00 тирәһендә тиҫтәгә яҡын ҡораллы кешеләр “Кубань деликатестары” заводының бинаһына бәреп ингән һәм атыш ойошторған. Өс кеше яраланған. Улар әле дауаханала, ғүмерҙәренә хәүеф янамай.


Атыштан һуң ҡораллы кешеләр заводтан ҡасып киткән. Әле уларҙы полиция хеҙмәткәрҙәре эҙләй. Мәғлүм булыуынса, низағ ошо предприятиеға идара итеү өсөн көрәш арҡаһында килеп сыҡҡан. Енәйәт эше ҡуҙғатылған, тикшереү эштәре бара.




Читайте нас