Йәмғиәт
4 Октябрь 2019, 18:25

Йәрминкәгә килегеҙ!

Ял көндәрендә Өфөнөң ҡайһы майҙансыҡтарында сауҙа гөрләйәсәк?

Фотолар: "Бәйләнештә".Фотолар: "Бәйләнештә".
Фотолар: "Бәйләнештә".
Өфөлә 5-6 октябрҙә ауыл хужалығы йәрминкәләре үтәсәк.
Республикабыҙҙа етештерелгән сифатлы, экологик яҡтан таҙа һәм файҙалы аҙыҡ-түлекте түбәндәге йәрминкә майҙандарында алырға мөмкин.
5 октябрь
* Дим биҫтәһендә Хәҡиҡәт урамы буйлап Таллинн, Ухтомский урамдарына тиклем.
* Интернационал һәм Машина эшләүселәр урамдары киҫелешендә;
* Мушников һәм Б. Баландин урамдары киҫелешендә (Калинин районы).
* Рабкоров урамындағы 3-сө, 5-се, 7-се өйҙәрҙең ҡаршыһындағы майҙанда (Киров районы).
* Әхмәтов урамындағы "Тулҡын" скверы майҙанында;
* Солтанов урамындағы трамвай ҡулсаһы майҙанында (Ленин районы).
* Спорт һарайы майҙанында (Октябрь районы).
* С. Орджоникидзе исемендәге майҙанда, Беренсе Май урамы, 14 (Орджоникидзе районы).
* Йәштәр һарайы майҙанында, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 21 (Совет районы).


6 октябрь
* Өфө моторҙар эшләү берекмәһенең мәҙәниәт һарайы алдындағы майҙанда, Машина эшләүселәр урамы, 10;
* Интернационал һәм Машина эшләүселәр урамдары киҫелешендә (Калинин районы).
* Рабкоров урамындағы 3-сө, 5-се, 7-се йорттар ҡаршыһындағы майҙансыҡта (Киров районы).
* С. Орджоникидзе исемендәге майҙанда (Орджоникидзе районы).
* Йәштәр һарайы майҙанында, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 21 (Совет районы).
Йәрминкәләр сәғәт иртәнге 10-дан 16.00 сәғәткә тиклем эшләйәсәк.
Читайте нас