Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Октябрь 2019, 19:35

Айнур Иҡсановты күрмәнегеҙме?

Сәнғәт академияһын тамамлаған егет 9 сентябрҙә Балалар ижад үҙәгенә гитара уҡытыусыһы булып эшкә урынлаша...

Фото: БСТ
Фото: БСТ
Өфөлә 31 йәшлек Айнур Иҡсановты эҙләү дауам итә. Егет 23 сентябрҙән бирле элемтәгә сыҡмай.
Айнур 9 сентябрҙә Балалар ижад үҙәгенә гитара уҡытыусыһы булып эшкә урынлаша. Ул сәнғәт академияһын тамамлаған.
Бергә эшләгән хеҙмәттәштәре уны яҡшы яҡтан ҡылыҡһырлай. Яҡындары нимә уйларға ла белмәй.
Айнур Иҡсановты күреп-белеүселәр булһа, 02 телефонына хәбәр итеүегеҙ һорала.
Читайте нас