Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Октябрь 2019, 21:48

"Әллә ни хәүефләнерлек сәбәп күрмәйемсе..."

Күпте күргән тәжрибәле журналистҡа был нимә инде. Күҙ асып йомғансы тигәндәй үҙ бурысын үтәп тә ҡуя.

Фото: bigkiev.com.ua
Фото: bigkiev.com.ua
Тиҙҙән – Прокуратура хеҙмәткәрҙәре көнө. Ошо уңайҙан Заһира апайға гәзиткә материал әҙерләү бурысы йөкмәтелә.
Күпте күргән тәжрибәле журналистҡа был нимә инде. Күҙ асып йомғансы тигәндәй үҙ бурысын үтәп тә ҡуя. Район халыҡ судындағы прокурор Мөғәллим исемле ағай менән бына тигән әңгәмә ойоштора һәм тиҙҙән баш мөхәррир өҫтәленә тып иттереп килтереп тә һала.
Хужа яңы мәҡәләне ләззәтләнеп уҡый. Бик йылы, йыйнаҡ, ихлас яҙылған шул. Уны гәзит уҡыусыларҙын да оҡшатасағына шиге юҡ. Әммә… Бер аҙ кәйефе ҡырылған етәксе авторҙы саҡыртып ала.
– Заһира апай, нисек инде шулай бутарға мөмкин?
Быны көтмәгән Заһира апай ғәжәпкә ҡала.
– Һеҙ нимә тураһында һөйләйһегеҙ ул, аңламайымсы?
– Бына ҡарағыҙ, – тип Заһира апайға үҙенең яҙмаһын һона баш мөхәррир. – Мөғәллим урынына Мәғариф тип яҙғанһығыҙ бит. Әгәр гәзиттә шулай сығып китһә, әҙәм ғәрлеге бит.
Күпте күргән Заһира апай бер аҙ уйланып торғандай итә лә:
– Мин бында әллә ни хәүефләнерлек сәбәп күрмәйемсе, – ти. – Икеһе лә бер үк мәғәнәлә бит.
Читайте нас