Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Октябрь 2019, 12:46

Пенсионерҙың сумкаһы нимәгә?

36 йәшлек ирҙең быға нисек намыҫы еткәндер...

Фото: rus.delfu.lv
Фото: rus.delfu.lv
Өфөнөң Комсомол урамында 36 йәшлек ир пенсионерҙы талап, тағы ла төрмәгә ултырыуы ихтимал.
Асыҡланыуынса, ул көндөҙ урамда 67 йәшлек пенсионерҙы ҡыуып етә һәм ҡулынан сумкаһын тартып алып, енәйәт урынынан һыпырта. Зыян күреүсенең сумкаһында шәхси әйберҙәре, аҡсаһы була. Зыян күләме 6 мең һум тәшкил иткән.
Пенсионер ҡатын талау осрағы буйынса полицияға хәбәр итә. Хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәренең һөҙөмтәле эшләүе арҡаһында енәйәтсе тотолған. Уның быға тиклем дә енәйәт ҡылып, төрмәлә ултырып сығыу асыҡланған.
Читайте нас: