Бүздәк кешеһе суд мәлендә судьяны кәмһетеп, яңы срокҡа тарттырыласаҡ. Иргә ҡарар оҡшамай, шунлыҡтан ул теләһә нәмә менән әрләшкән.
Асыҡланыуынса, уны йәмәғәт урынында иҫерек йөрөгәне өсөн административ язаға тарттырыу эше буйынса саҡырған булғандар. Суд барышында ир үҙен әҙәпһеҙ тота. Шуға ла уны коридорға сығарырға һәм һаҡсыларға тапшырырға мәжбүр булалар.
Судты ихтирам итмәгәне өсөн иргә ҡарата тағы ла енәйәт эше ҡуҙғатылған. Шуныһы ла бар: иҫерек килеш йөрөгәне өсөн яуаплылыҡҡа тарттырылыр алдынан ул наркотиктар таратҡаны һәм урлашҡаны өсөн шартлы рәүештә хөкөм ителгән булған.
Ауыҙын тыймағаны, судты кәмһеткәне өсөн ир өс йыл да биш айға иркенән мәхрүм ителгән.