Һағыҙҙы йыш ҡына зыянлы тип билдәләйҙәр. Ә уның файҙаһы ла байтаҡ икән. Мәҫәлән, ниндәй осраҡтарҙа?
АҠШ ғалимдары һағыҙҙың махсус мускулдарҙы йомшартыу һәләтенә эйә булыуын асыҡлаған. Был иһә күңел көсөргәнешен кәметеүгә булышлыҡ итә икән. Шуға ла уны хатта Америка һалдаттарының туҡланыу паегына индергәндәр.
Британия психологтары иһә һағыҙ хәтерҙе яҡшырта тип ышандыра. Уны сәйнәгәндә йөрәктең ҡыҫҡарыу эшмәкәрлеге арта, был иһә ҡанға кислород килеүҙе көсәйтә һәм кешенең хәтере яҡшыра ти улар.
Табиптар эсәклектәренә операция яһалған ауырыуҙарға һағыҙ сәйнәргә кәңәш бирә. Япон табиптары һағыҙҙың эсәклек эшмәкәрлеген яйға һалырға ярҙам итеүен иҫбатлаған. Эсәклекте дауалау өсөн һағыҙҙы көнөнә өс тапҡыр, ашағандан һуң 15-20 минут дауамында сәйнәргә кәңәш ителә.