Баш ҡалалағы ер аҫты үткәлектәренең торошо ниндәй хәлдә икәнлеген Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты ағзалары яҡшы белә. Алты объекттың ни бары береһенә генә дәғүә булмаған.
Стеналары ҡубып бөткән, насар яҡтыртылған ер аҫтында хатта ҡурҡыныс та. Көндөҙ уларҙа ҡайнап торған сауҙа нөктәләре байтаҡ уңайһыҙлыҡ тыуҙыра. Ҡырмыҫҡа иләүендәй мыжғып торған ерҙә тәртип булдырған хеҙмәткәрҙәргә рәхмәттән башҡа ни әйтәһең? “Үҙәк баҙар”, “Аграр университет”, “Спорт” туҡталыштарындағы ер аҫты баҙарҙары гөрләп тора.
Халыҡ фронты ағзалары билдәләүенсә, үткәүелдәрҙең иң уңайһыҙ яғы – уларҙың физик мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙең ихтыяжына яуап бирмәүе. Асыҡ мөхит тураһында әлегә хыялланырға ғына ҡала. Пандустар нормаға ярашлы урынлаштырылмаған, инвалид коляскаһында йөрөү тураһында уйларға ла ярамай. Әсәләр ҙә коляска этеп йөрөү мөмкинлеге булмауға зарлана.
Әүҙемселәр тәҡдимдәре менән ҡала хакимиәтенә мөрәжәғәт итте. Ер аҫтындағы тормош үҙгәрерме, ваҡыт күрһәтер.