Йәмғиәт
6 Октября 2019, 16:46

"Өмөтлө ҡәләм" өмөттө нығыта

Йәш ижадсыларҙың быйылғы байрамы Нияз Мәжитов исемендәге башҡорт гимназияһында уҙғарылды.

Автор фотолары.Автор фотолары.
Автор фотолары.
Ғафури районында әҙәби ижад менән мауыҡҡан мәктәп балалары араһында бына 19 йыл инде уҙғарылып килгән “Өмөтлө ҡәләм” бәйгеһенә йомғаҡ яһалды.
Йөҙәрләгән бала ҡатнашҡан был сараны танылған яҙыусы Гөлнур Яҡупова башлап ебәргәйне һәм үҙенең премияларын булдырғайны.
Йәш ижадсыларҙың быйылғы байрамы Нияз Мәжитов исемендәге башҡорт гимназияһында уҙғарылды, унда райондың барлыҡ белем биреү усаҡтарынан һәләтле балалар, тел һәм әҙәбиәт уҡытыусылары йыйылды.
Г. Яҡупова бәйгелә еңеүселәргә – гимназия уҡыусыһы Диана Рәхимоваға, Үзбәк мәктәбенән Ильяс Рәсүлевҡа, Красноусолдың 2-се мәктәбенән Әлфинә Юлмөхәмәтоваға премиялар өләште, ә Динар Ғайсин (гимназия) менән Гөлнәзирә Юлмөхәмәтоваға (Юлыҡ мәктәбе) дәртләндереү приздарын тапшырҙы. Һәр бүләкләнеүсегә әҙибә автографлы китаптарын да бирҙе.
Яҙыусы үҙенең сығышында тәрбиәүи әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ был сараны уҙғарыуға ҙур көс һалған “Табын” гәзите редакцияһына, район хакимиәтенең мәғариф бүлегенә рәхмәт белдерҙе. Гимназия директоры Гөлсөм Монасипованың хеҙмәтен билдәләп, уҡыу йортондағы күҙгә ташланып торған ыңғай үҙгәрештәргә һоҡланыуын белдерҙе, һәр урындан милли рух, телһөйәрлек, илһөйәрлек бөркөлөп торғанын әйтте һәм китапхана фондына үҙенең яңы китаптарын бүләк итте.


Күркәм тантанала утыҙҙан ашыу уҡыусы төрлө номинацияларҙа еңеүсе тип табылды, уларға район предприятиелары, ойошмалары, эшҡыуарҙары әҙерләгән бүләктәр таратылды.
“Өмөтлө ҡәләм”дең барышы район гәзите “Табын” биттәрендә даими яҡтыртыла, йәш ижадсыларҙың шиғырҙары “Аманат”, “Аҡбуҙат” журналдарында, “Йәншишмә” гәзитендә донъя күрә килә.
Быйылғы бәйгене ойоштороуға күп көс һалған байтаҡ уҡытыусылар район хакимиәте мәғариф бүлегенең Рәхмәт хаттарына лайыҡ булды, “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналы райондың өс педагогын – Красноусол башҡорт гимназияһынан тәрбиәсе Саимә Игелекованы, башланғыс кластар уҡытыусыһы Гөлшат Вәлиеваны, Красноусолдың 2-се урта мәктәбе башҡорт теле уҡытыусыһы Лилиә Шәйәхмәтованы уҡыусыларҙың ижади һәләттәрен үҫтереүгә һалған тырышлыҡтары өсөн Маҡтау грамоталары менән бүләкләне.
Башҡортостандың тап ошо төбәгендә, беренсе халыҡ шағирын үҫтергән, уның исемен йөрөткән районда ошондай киң ҡоласлы ижади бәйгенең инде матур традицияға әүерелеүе – ҡыуаныслы күренеш, әлбиттә. Йыл һайын “Өмөтлө ҡәләм” байрамында республика матбуғаты вәкилдәренең ҡатнашыуы ла был сараның мәртәбәһен күтәрә. Быйыл “Аманат” журналы редакцияһынан Зөбәржәт Яҡупова килгәйне, ул үҙҙәренең номинацияһына лайыҡ булған гимназия уҡыусыһы Сыңғыҙ Кинйәбулатовҡа иҫтәлекле бүләк тапшырҙы.
Читайте нас