Благовещен ҡалаһының Төньяҡ биҫтәһендә, ниһайәт, балалар майҙансығы барлыҡҡа килгән. Тик ул уйнарлыҡмы һуң?
Мәғлүм булыуынса, урындағы властар ошо проблеманы хәл итеү өсөн бер миллион һум аҡса бүлгән. Тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, төҙөлөш ваҡытына башҡарылмаған. Ҡала Советы депутаты Сергей Жуков әйтеүенсә, балалар яңы ҡоролмаларҙа 10 сентябрҙә үк уйнай башларға тейеш булған.
Бөгөн иһә уйын майҙансығы бар, әммә ул йыраҡтан ғына матур булып күренә. Ғәмәлдә иһә тигеҙһеҙ ерҙә урынлаштырылған, алдан уҡ ошо проблема төҙөлөш эштәрендә ҡаралған булһа ла, майҙансыҡ биләмәһе тигеҙләнмәгән. Йәмәғәт эшмәкәре Сергей Жуков был хаҡта социаль селтәрҙәрҙә хәбәр иткән. Төҙөүселәр балаларға һәм ата-әсәгә ҡарата битарафлыҡ, яуапһыҙлыҡ күрһәткән, тип иҫәпләй депутат.