Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Октябрь 2019, 13:06

“Пока!” Үҫмерҙән ошо һүҙҙәр генә ҡалған...

Был ҡот осҡос ваҡиғанан бер нисә сәғәт алда ғына...

Фото: "Бәйләнештә".
Фото: "Бәйләнештә".
Аҙна уртаһында Благовар районының Пришиб ауылында 14 йәшлек үҫмер малайҙың кәүҙәһе табылды.
Уның тәнендә йәрәхәттәр асыҡланмай. Малай үҙ-үҙенә ҡул һалған. Был ваҡиғанан бер нисә сәғәт алда ғына ул социаль селтәрҙәге сәхифәһенә ни бары "Пока" тип кенә яҙған.

Үҫмерҙең кәүҙәһе һарайҙа табыла. Тәфтишселәр уның үлем алдынан яҙған хатын, был хәлгә бәйле әйберҙәрҙе алған һәм тикшерә. Һигеҙенсе класс уҡыусыһының кәүҙәһен суд-медицина экспертизаһына ебәргәндәр.
Ни эшләп беҙҙең балалар шул тиклем еңел генә итеп ҡәҙерле ғүмерҙәре менән хушлаша икән? Алдан социаль селтәрҙә статустар ҡалдырғас, тимәк, яйлап уйланып эшләнгән ғәмәл бит был. Уларҙың ғына йәшендә ниндәй баш китерлек проблема бар икән? Балаларға иғтибарлыраҡ булһаҡ ине...
Читайте нас