Башҡортостанда прокурорҙы дуҫының элекке ҡатынының телефонын тыңлаған өсөн ҡулға алғандар.
Законға ярашһыҙ ғәмәлде Федераль хәүефһеҙлек хеҙмәте һәм Тәфтиш комитеты хеҙмәткәрҙәре берлектә асыҡлаған.
Башҡортостан Прокуратураһының Енәйәт-процессуаль һәм оператив-эҙләү эшмәкәрлеккә күҙәтеү идаралығы начальнигы һаҡ аҫтына алынған. 55 йәшлек ирҙе законһыҙ рәүештә дәүләт сере булған мәғлүмәт туплауҙа, вазифа вәкәләттәрен арттырыуҙа ғәйепләйҙәр.
Тәфтиш версияһы буйынса, 2017 йылда ғәйепләнеүсе яҡын танышының үтенесе буйынса уның ҡатынының телефонына һөйләшеүҙе тыңлай торған ҡоролма ҡуйған. Күҙәтеү ведомствоһы хеҙмәткәре был эште ойоштороуға шулай уҡ Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының бер подразделениеһы начальнигы урынбаҫарын да йәлеп иткән.
Хәл асыҡланған, енәйәт эшен тикшереү бара.