Йәмғиәт
6 Октябрь 2019, 17:07

Республика көнөндә – "Алға, Башҡортостан!"

Байрам концертында кемдәр ҡатнашасаҡ?

Фото "Башинформ"дан алынды.Фото "Башинформ"дан алынды.
Фото "Башинформ"дан алынды.
Республика көнөндә Өфөлә open air форматында «Алға, Башҡортостан!” тип аталған концерт буласаҡ. Ул “Торатау” конгресс-холының амфитеатрында үтә.
Республиканың Мәҙәниәт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, көндөҙгө сәғәт 4-тән асыҡ һауала Үҙәк хәрби округының Йыр һәм бейеү ансамбле сығыш яһаясаҡ.
17.30 сәғәттә Башҡортостан гимнын башҡарыу буйынса флешмоб башлана.
17.40 сәғәттән – сәхнә йондоҙҙары концерты. Кисәнең хедлайнерҙары – Радик Юлъяҡшин, “Дәрүишхан”, “Каруанһарай”, “Премьер” төркөмдәре.
Концерт лазер шоуы һәм фейерверк менән тамамлана.
Читайте нас