Йәмғиәт
6 Октября 2019, 16:23

Шартлауҙа иҫән ҡалған Ваняның хәле нисек?

Уның әсәһе, Магнитогорск ҡалаһынан Ольга Фокина был хаҡта яңылыҡ еткерҙе.

Фото: mail.ruФото: mail.ru
Фото: mail.ru
Былтыр декабрҙә Башҡортостандың ут күршеһе булған Магнитогорск ҡалаһында илде тетрәндерерлек ваҡиға булғанын, күп ҡатлы йортта көнкүреш газы шартлап, туғыҙ ҡатлы йорттоң бер подъезы тулыһынса емерелеп төшкәнен күп матбуғат саралары яҡтыртты.
Фажиғә 39 кешенең ғүмерен өҙҙө. Ә емереклектәрҙе аҡтара башлағас, ошондай аяныс хәлдәрҙә лә мөғжизәгә урын бар икәнлеге асыҡланды: карауатына ныҡлы итеп төрөп һалынған туғыҙ айлыҡ Ваня Фокин иҫән килеш табылды. Урамда сатлама декабрь һыуыҡтары торғанын иҫегеҙгә төшөрһәк, был ваҡиға, ысынлап та, хайран ҡалырлыҡ.


Емереклектәр араһында иҫән ҡалған Ваня Фокиндың ғүмеренә ҡурҡыныс янамаһа ла, уның тән йәрәхәттәре алғанлығы мәғлүм. Әсәһе Ольга белдереүенсә, малай табанына баҫа алмаған һәм тигеҙлекте һаҡламаған.
Ошо көндәрҙә иһә әсә шатлыҡлы яңылыҡ менән бүлешкән: Ваня, ниһайәт, атлап киткән!
“Дауаланыу курсы дауам итә. Нерв тулыһынса һауыҡмаған, шулай ҙа һөҙөмтә ҡыуандырырлыҡ. Декабрҙә тағы бер реабилитация курсы көтә”, – тип белдерә Ольга Фокина.
Читайте нас