Йәмғиәт
6 Октябрь 2019, 18:04

Тормозға баҫып өлгөрмәгәндер...

Бәләкәс йылғаһы буйында – ҙур фажиғә.

Фото: "Бәйләнештә".Фото: "Бәйләнештә".
Фото: "Бәйләнештә".
Иглин районында ике метрлыҡ текә ярҙан еңел автомобиль түбәнгә осҡан.
Ваҡиға, шаһиттар әйтеүенсә, Бәләкәс йылғаһы аша һалынған күперҙән алыҫ түгел ерҙә булған.
Бында боролоштоң киҫкен, текә булыуын водителдәр ҙә раҫлай.
“Моғайын, шәп килгәндер ҙә тормозға баҫып өлгөрмәгәндер, – тип уфтана улар. – Күперҙә ремонт эштәре барғанлыҡтан, тығын да ҙур ине”.
Машина ергә түбәһе менән килеп төшкән, ҡотолорлоҡ әмәл булмаған, йәл...
Читайте нас