Башҡортостандың өс районында полиция хеҙмәткәрҙәре законһыҙ рәүештә спиртлы эсемлек һатыуға бәйле осраҡтарҙы асыҡланы.
Улар – Ейәнсура районынан 52 йәшлек ҡатын, Сибайҙан 43 йәшлек ир һәм Ауырғазы районынан 41 йәшлек ханым.
Шулай уҡ Ишембайҙа 56 йәшлек ҡатын үҙ өйөнән иҫерткес эсемлектәр һатып тотолған. Уның йортонда составында спирт булған 45 литр шыйыҡса тартып алынған. Шаран районы Ерекле ауылы кешеһе лә хәрәм ризыҡ һатып байырға теләгәне өсөн яуап бирәсәк.
Күреүегеҙсә, халыҡты ағыулау менән шөғөлләнгән, еңел кәсеп тапҡан кешеләргә ҡаршы көрәш дауам итә. Был насар аҙымдың кире эҙемтәләре бик күп икәне хаҡында һәр кем уйланһын ине.